Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме ғинуарҙа 1,5 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостанда халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме ғинуарҙа 1,5 процентҡа артҡан. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, үткән айҙа күрһәтелгән түләүле хеҙмәттәр күләме 14,1 миллиард һум менән билдәләнә. 2012 йылдың ғинуарында был һан 12,9 миллиард һум тәшкил иткән.

Түләүле хеҙмәттәрҙең ҙур өлөшө – 27,5 проценты (3,9 миллиард һумға яҡын) – коммуналь хеҙмәттәргә тура килә. Икенсе урында – транспорт хеҙмәттәре (16,5%), өсөнсөлә – элемтә хеҙмәттәре (12,3%), дүртенселә – торлаҡ хеҙмәттәре (10,9%), бишенсе урында – барлыҡ көнкүреш хеҙмәттәре комплексы (9,5%).

Көнкүреш хеҙмәттәре күләме, 2011 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, үткән айҙа 5,8 проценҡа артҡан. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең яртыһынан күберәге торлаҡ төҙөүгә һәм ремонтлауға тура килә (52,4%, 701 миллион һум). Икенсе урында кейем тегеү һәм ремонтлау килә (8,8%, 118,3 миллион һум).

Кер йыуыу хеҙмәтләндереүҙәренә һорау 65 процентҡа кәмегән, ә бына аяҡ кейеме ремонтлау, буяу һәм тегеүгә һорау 54,4 процентҡа артҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть