10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2013 йыл, 9:42

Башҡортостанда муниципалитеттарҙы үҫтереү буйынса иң яҡшы йәштәр проекттары конкурсы үтә

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсының республика этабы үтә, бәйге муниципаль берәмектәрҙе социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 14-25 йәштәрҙәге йәш ғалимдар ҡатнаша ала. Эштәрҙе 2013 йылдың 1 мартына тиклем тапшырыу мотлаҡ.

Йәштәрҙе урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, территорияларҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йәлеп итеү, үҙенең бәләкәй ватанын – төбәген, ҡалаһын, районын, ауылын үҫтерергә теләге һәм һәләте булған йәштәрҙән кадрҙар потенциалын формалаштырыу бәйгенең төп маҡсаты булып тора.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Рәсәй йәш ғалимдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сайтында урынлаштырылған.