8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2013 йыл, 18:20

Күмертау ҡалаһы 60 йыллығын билдәләй

автор: Арина Рәхимҡолова

Күмертау ҡалаһы быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы йыл дауамында мәҙәни, спорт, йәштәр саралары, төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, тематик кисәләр үткәреләсәк. Шулай уҡ иҫтәлекле йылдың эмблемаһы раҫланған, байрам саралары планы әҙерләнгән.

15 февралдә «Яҙмышым — Күмертау» исемле концерт ойошторолдо, ул байрам сараларына старт бирҙе. Тантаналы сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаты Хәйҙәр Ғайсин, Күмертау ҡала Советы рәйесе Юрий Мельников ҡатнашты.

Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында был иҫтәлекле датаға арналған махсус бүлек булдырылған. Башҡортостан Республикаһының Байрам саралары планына ярашлы, төп сара – Ҡала көнө 2013 йылдың 9 июнендә үтә.