7 декабрь, Шаршамбы

15 февраль 2013 йыл, 16:11

Баш ҡалала Сабый йорттарында тәрбиәләнеүселәргә ярҙам йөҙөнән акция үтәсәк

автор: Людмила Терновая

«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе 18 февралдә Өфөлә хәйриә акцияһы үткәрә.

Башҡортостан баш ҡалаһының ике ҙур супермаркетында ойоштороласаҡ акция ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм Сабый йорттарында тәрбиәләнгән сабыйҙарҙы гигиена саралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Бөгөнгө көндә медицина учреждениеларында балаларҙы гигиена саралары менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» был мәсьәләгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеп, уны хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тырыша.

Акцияла ҡатнашыусылар балалар өсөн гигиена средстволары һатып алып, уларҙы супермаркеттарҙа ойоштороласаҡ ярҙам йыйыу пункттарына тапшырырға тейеш. Бынан тыш, сабыйҙар өсөн гигиена әйберҙәрен улар үҙҙәре учреждениеларға алып бара ала. Бының өсөн акция координаторҙары менән бәйләнешкә сығыу һорала.