10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2013 йыл, 15:44

Башҡортостан делегацияһы Астанала халыҡ-ара саммиттар үткәреү тәжрибәһен өйрәнә

автор: Сергей Захаров

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астанала булды. 2011 йылда унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты үткәрелде.

Делегация ағзалары Астананың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты ваҡытында файҙаланылған инфраструктура объекттары менән танышты, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡаҙағстандан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса Милли координатор, Ҡаҙағстан Республикаһы Сит ил эштәре министрлығы Илсеһе Шахрат Нурышев менән осрашыу сиктәрендә күп яҡлы проекттар ойоштороу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу, ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек сиктәрендә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек итеүҙе нығытыу механизмдары тикшерелде.

Вице-премьер Салауат Сәғитовтың Ҡаҙағстан Республикаһы мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрының беренсе урынбаҫары Жанна Ҡорманғәлиева менән осрашыуы барышында ике республика араһында мәҙәни бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү, берлектә мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Шулай уҡ Ҡаҙағстан социологтар ассоциацияһы директоры урынбаҫары Юлия Кучинская менән осрашыу ойошторолдо, унда «Социаль киңлек булараҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәреү тураһында һөйләшеп килешелде.