3 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2013 йыл, 14:35

Өфөлә һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң Еңеү паркында «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте, сара совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 24 йыл тулыуға арналды.

Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр ҡатнашы.

Сәскәләр һалыу тантанаһында Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, шулай уҡ Дөйөм Рәсәй Ватанды һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре ағзалары йәмәғәт ойошмаһының БР буйынса бүлексәһе рәйесе Ирина Машковская, БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәт ойошмаларының Координация советы рәйесе Наил Ғизәтуллин ҡатнашты.