10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2013 йыл, 13:05

Ирек Ялалов – Волга буйы федераль округының ҡала башлыҡтары рейтингында өсөнсө урында

автор: Алик Шакиров

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов 2013 йылдың ғинуар айы йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡала мэрҙары медиа-рейтингында өсөнсө урынды биләй. Уның медиаИндексы 34-кә тиң. Бындай мәғлүмәт менән «Медиалогия» компанияһы таныштыра.

Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡала хакимиәте башлыҡтары медиа-рейтингында 2013 йылдың ғинуары йомғаҡтары буйынса лидерҙар иҫәбендә шулай уҡ Олег Кандрашов (Түбәнге Новгород, медиаИндексы – 187,53), Петр Тултаев (Саранск, медиаИндексы – 87) бар.

«Медиалогия» хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Ирек Ялалов был вазифаны бер генә йыл биләүенә ҡарамаҫтан, был ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙенең коллегалары араһында рейтингтарҙа юғары позицияларға өлгәшә алған. Дөйөм алғанда 2012 йыл йомғаҡтары буйынса был рейтингта ул икенсе урынға лайыҡ булған.

2013 йылдың ғинуар айы йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округы субъекттарының 14 баш ҡала башлығы араһынан медиа-рейтинг лидерҙары иҫәбенә түбәндәгеләр инде: Илсур Метшин (Ҡазан; медиаИндексы – 185,31) – беренсе урын, Игорь Сапко (Пермь; 24,96) – икенсе урын, Олег Грищенко (Һарытау; 23,42) – өсөнсө урын. Өфө ҡала Советы башлығы Евгений Семивеличенко (медиаИндексы — 9,75) етенсе урынды биләй.

темалар: рейтингтар