Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә радиоэлектроника кластеры булдырыла

Иҡтисад

Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығында Башҡортостанда радиоэлектроника кластерын булдырыу һәм үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Радиоэлектроника кластерында ҡатнашыусылар — «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе», «Өфө агрегат производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәттәре, «Молния» Өфө фәнни-производство предприятиеһы, «Солитон» фәнни-тикшеренеү институты, Өфө «Промсвязь» заводы, «Полигон» фәнни-производство предприятиеһы, «БЭТО», «Прогресс» Башҡортостан производство берекмәһе, «Магнетрон» Өфө микроэлектроника заводы, «ЧИП» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, «Башҡортостан» технопаркы.

БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кластер «Башҡортостан Респубикаһында урынлашҡан һәм телекоммуникация ҡорамалдары, элемтә аппаратураһы, радиоэлектроника ҡорамалдары, микроэлектрон компоненттар етештергән предприятиеларҙы берләштереү» маҡсатында булдырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть