6 декабрь, Шишәмбе

15 февраль 2013 йыл, 11:32

Өфөлә 16 һәм 17 февралдә ит йәрминкәләре үтә

автор: Галина Бахшиева

Алдағы ял көндәрендә, 16 һәм 17 февралдә, Өфөлә 2013 йылдың тәүге ит йәрминкәләре үтә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар баш ҡала халҡы үтенесе буйынса республика етәкселеге менән ҡабул ителгән. Был маҡсаттарға Өфө властары ҡаланың барлыҡ райондарында махсус майҙансыҡтар бүлгән.

Шулай итеп, Өфөнөң Дим районында ауыл хужалығы продукцияһы Правда урамындағы юл участкаһында (Таллин урамынан алып М.Йәлил урамына тиклем) һатыласаҡ. Калинин районында йәрминкә — «Ауыл хужалығы йәрминкәһе» сауҙа комплексы янындағы майҙанда, Киров районында – элекке «Аврора» кинотеатры бинаһы алдындағы майҙанда, Ленин районында — «Пушкинский» сауҙа-сервис комплексы алдында, Октябрь районында — «Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдында, Орджоникидзе районында — «Меркурий» сауҙа үҙәге алдында, Совет районында Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда үтәсәк.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, өфөлөләр өсөн йәрминкәләрҙә иттән тыш башҡа ауыл хужалығы продукцияһы, шул иҫәптән һөт аҙыҡтары, картуф, йәшелсә, бал, он, ярма һәм кондитер изделиелары һатыласаҡ.