3 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2013 йыл, 11:09

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә бүленгән ер участкаларының сифаты тикшереләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

2013 йылдың 1 майына тиклем Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты төбәктәрҙә күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары биреү практикаһына анализ яһаясаҡ. Тейешле бойороҡҡа көн элгәре Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Тикшереү сиктәрендә һәр төбәктең участкаларға ихтыяжы уларҙың ғәмәлдәге һаны менән сағыштырыласаҡ, шулай уҡ төбәк һәм муниципаль властарҙың участкаларҙа тейешле инфраструктура булдырыу буйынса мөмкинлектәре баһаланасаҡ.

Башҡортостанда өс меңдән ашыу күп балалы ғаилә бушлай ер участкалары алған. Өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән граждандарға, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер участкалары бүлеү процесын Башҡортостан Президенты һәм республика парламентарийҙары айырыуса контролдә тота. Тейешле норматив-хоҡуҡи база формалаштырылған, участкалар бер тапҡыр һәм бушлай бирелә.

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 3260 күп балалы ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләгән 706 ғаилә ер участкаһы алған. Бөгөнгө көндә республикала 35730 күп балалы ғаилә йәшәй, уларҙың яртыһынан әҙерәге ер участкалары алыуға ғариза яҙған.