7 декабрь, Шаршамбы

14 февраль 2013 йыл, 18:09

Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләт ярҙамы аласаҡ

автор: Сергей Захаров

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм өсөнсө сектор вәкилдәре 2018 йылға тиклем социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса саралар комплексын әҙерләне.

Документ РФ Хөкүмәте ҡушыуы буйынса һәм ил башлығының «Дәүләт социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указын бойомға ашырыу маҡсатында булдырылды.

Социаль мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһап, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ 13 ярҙам сараһын үҙ эсенә ала. Улар араһында – социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса төбәк программаларын, шулай уҡ башҡа бындай ойошмаларға мәғлүмәти, консультацион, методик ярҙам күрһәткән ойошмаларҙы федераль бюджеттан субсидиялау; конкурстар ярҙамында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында федераль средстволар бүлеү һәм башҡалар.

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм эксперттары, РФ Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советы һәм РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Социаль өлкәлә попечителлек мәсьәләләре буйынса Советының Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү буйынса эш төркөмө әлеге документты хупланы.