Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радик Гәрәев исемендәге вокалсылар конкурсында еңеүсегә - 100 мең һум аҡса

Йәмғиәт

Яңауылда 22 мартта Радик Гәрәев исемендәге вокалсылар конкурсы үтә. Бәйге данлыҡлы йырсының хәтерен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторола, тип хәбәр иттеләр урындағы хакимиәттең мәҙәниәт бүлегенән. Конкурста 12 йәштән олораҡ йырсылар ҡатнаша ала, улар берәр эстрада һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш. Йырҙарҙың береһе Радик Гәрәевтың репертуарынан булырға тейеш.

Ҡатнашыусыларға Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры Эльвира Ғәйфуллина рәйеслегендәге жюри баһа бирәсәк. Сараны ойоштороусы булып муниципалитет сығыш яһай. Бынан тыш, ойоштороусылар бағыусылар средстволарын да йәлеп итергә планлаштыра. Гран-при өсөн 100 мең һум аҡса ҡаралған. «Бәйгелә ҡатнашыу өсөн заявкалар 20 мартҡа тиклем Яңауыл ҡалаһы, Азин урамы, 30 адресы буйынса йәки kultura.62@mail.ru электрон йәшниге аша ҡабул ителә», — тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть