5 декабрь, Дүшәмбе

14 февраль 2013 йыл, 16:27

Башҡорт Википедияһында – 30 мең мәҡәлә

автор: Алик Шакиров

Көн элгәре Башҡорт Википедияһы мәҡәләләр һаны буйынса 30 меңлек сикте үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. Юбилейлы мәҡәлә «Кувейт» исеме аҫтында донъя күрҙе.

— Башҡорт Википедияһында сираттағы «мәҡәлә ҡойоу» башланды. Махсус компьютер программаһы ярҙамында дәүләттәр тураһындағы мәҡәләләр урынлаштырылды. «Кувейт» исемлеһе 30 меңенсе булды. Әммә ирекмәндәр ҡулдан яҙыу ысулын да онотмай. Ошо көндәрҙә Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙары тураһында ҡулдан яҙылған мәҡәләләр урынлаштырылды, — тип аңлатты Рөстәм Нурыев.

Уның һүҙҙәренсә, һуңғы материалдар араһынан 1736 йылдың 24 ғинуарына тиклем Себер юлының Балыҡсы улусында (бөгөнгө көндә Башҡортостандың Асҡын районы биләмәһе) йәшәп килгән Һөйәнтүҙ ауылы тураһыдағы материал айырыуса иғтибарға лайыҡ. Был көндө Ырымбур экспедицияһы етәксеһе Алексей Тевкелев башҡорт ихтилалын баҫтырғанда ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Аяныслы ваҡиғаларҙың шаһиты Петр Рычков былай тип яҙып ҡалдырған: «Һөйәнтүҙ ауылының олоһонан алып кесеһенә тиклем барлыҡ кешеләре, ҡатын-ҡыҙҙары һәм бала-сағаһы бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдө, ә йорттары янып көлгә ҡалды...» Башҡорт халҡы Тефкелевҡа Тәфтиләү тигән исем таға һәм ҡанлы йәштәр менән һуғарылған «Тәфтиләү» йырын ижад итә. Унда шундай һүҙҙәр бар: «... Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта...» Ейәндәре был фажиғә тураһында хәтерләй һәм был аяныслы тарихты Википедия биттәренә лә күсереп яҙҙы.

Теләгән һәр кем Википедиялағы мәғлүмәт менән ирекле файҙалана һәм уларҙы тарата ала. Шулай уҡ теләүселәр был мәғлүмәтте тулыландыра ла ала. Махсус биттә мәҡәлә тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Үткән йылдың ғинуар айында Башҡорт Википедияында әүҙем яҙышыусылар һаны 44 кеше тәшкил итһә, шул уҡ йылдың декабрендә был һан 69-ға етте. 2012 йылың һуңғы айында әлеге ресурстың башҡорт бүлегенә уҡыусылар 750 мең тапҡыр ингән. Башҡорт Википедияһы яңы мөхәррирҙәр һәм уҡыусылар көтөп ҡала.