Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Беҙҙең йорт экологияһы» проекты старт ала

Йәмғиәт

Өфөнөң Дим районында 15 февралдә Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә «Беҙҙең йорт экологияһы» проекты старт ала. Ойоштороусылар булып төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Дим районы хакимиәте, БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай.

Проект «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Рәсәй экологияһы» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Дим» торлаҡ хужалары берләшмәһе һәм Дим районының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы менән хеҙмәтләндерелгән микрорайонда ике майҙансыҡ булдырыласаҡ, уларҙа полиэтилен ҡалдыҡтар, макулатура, батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар өсөн махсус контейнерҙар урынлаштырыласаҡ.

«Беҙҙең йорт экологияһы» проекты йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы урам һепереүсе» һәм «Иң яҡшы күп фатирлы йорт советы рәйесе» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк.

Алынған средстволар күп фатирлы йорттарҙың ихтыяждарына йүнәлтеләсәк. Аҡса бүлеү өсөн «Дим» торлаҡ хужалары берләшмәһе һәм Дим районының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы яуаплы.

Проектты асыу тантанаһы 15 февралдә Өфө ҡлаһы, Грозный урамы, 69/2 адресы буйынса 15 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть