8 декабрь, Кесе йома

14 февраль 2013 йыл, 14:21

Башҡортостан делегацияһы ағзаларын Капитолийҙа ҡабул иттеләр

автор: Сергей Захаров

Көн элгәре Капитолийҙа (АҠШ, Пенсильвания штаты) Рәсәй Федерацияһы Илселеге делегацияһы ағзаларын, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәрен ҡабул иттеләр.

Сенатор Майк Стек Рәсәйҙең Америкалағы сауҙа вәкиле Ринат Досмухамедовты, Рәсәй Илселегенең иҡтисад бүлеге башлығы Михаил Калугинды, Рәсәйҙең Америкалағы Сауҙа вәкиллегенең иҡтисад секторы етәксеһе Айҙар Шакировты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдиновты, Башҡорт дәүләт университеты ректоры Әхәт Мостафинды сәләмләне.

Капитолийҙа ҡунаҡтар Пенсильвания штатының закон сығарыусылары менән осрашып, Америка Ҡушма Штаттары менән Башҡортостан Республикаһы араһында конструктив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү мәсьәләһен тикшерҙе.

— Һеҙҙең делегацияны Пенсильванияла сәләмләү минең өсөн оло хөрмәт, — тине сенатор Стек. – Донъя иҡтисады шарттарында милләттәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу мөһим.

Стек әфәнде билдәләүенсә, Башҡортостанда ҙур күләмдә нефть етештерелә, республика шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ҙур ауыл хужалығы етештереүсеһе булып тора.

Илшат Тажетдинов, үҙ сиратында, ике милләт араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү кәрәклеген билдәләне, тип хәбәр ителә Pasenate.com интернет-ресурсында.