7 декабрь, Шаршамбы

14 февраль 2013 йыл, 12:13

Республика Балтия илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй

автор: Арина Рәхимҡолова

«Салауат Юлаев» Балтика халыҡ-ара үҙәге рәйесе, Башҡортостандың Балтика төбәгендәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты вәкиле Рина Хәмитова Ригала үткән Рәсәй-Балтика мәҙәни-туристик форумы эшендә ҡатнашты. Шулай уҡ Рина Хәмитова «Balttour 2013» халыҡ-ара туризм күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашыусылар менән бер нисә осрашыу үткәрҙе, уларҙа Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре, Балтика илдәре һәм башҡа сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Атап әйткәндә, форумда Рина Хәмитова РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Алла Манилова менән осрашыу үткәрҙе. Яҡтар Башҡортостан делегацияһының 2014 йылда «Balttour 2014» сараларында ҡатнашыу мөмкинлеген тикшерҙе. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының презентацияһын үткәреү планлаштырыла.

Рәсәй-Балтика мәҙәни-туристик форумында шулай уҡ Рәсәй менән Балтия араһында туристик бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе ҡаралды. Сарала хеҙмәттәшлек итеү буйынса төбәк-ара һәм халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөлдө, Рәсәй төбәктәренең презентацияһы үткәрелде.

Эшлекле программа сиктәрендә пленар ултырыштар, презентациялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.