Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышында Өфө статусы тураһындағы закон камиллаштырыла

Сәйәсәт

Республика парламентарийҙары «Өфө ҡалаһы – Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы статусы тураһында»ғы БР законын камиллаштырырға ниәтләйҙәр. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитеты ултырышында тейешле төҙәтмәләр тикшереүгә тәҡдим ителде.

Комитет рәйесе Рөстәм Күзбәков билдәләүенсә, Өфө статусы тураһындағы закон 15 йыл элек ҡабул ителгән һәм уның ҡайһы бер нормалары бөгөнгө федераль ҡануниәт талаптарына тулыһынса яуап бирмәй. Шуға күрә ғәмәлдәге нормаларҙы ҡайтанан ҡарап сығыу ихтыяжы килеп тыуҙы.

Атап әйткәндә, баш ҡал ихтыяждары өсөн БР Министрҙар Кабинеты менән билдәләнгән квота сиктәрендә ҡала предприятиелары продукцияһы менән эш итеү, ҡала биләмәһендә тикшереү эштәрен үткәреүгә рөхсәт биреү буйынса вәкәләттәр тураһында һүҙ бара. Йәнә бер пункт – милек формаһына ҡарамай, ойошмаларға социаль-мәҙәни объекттарҙы үҙгәртеп ҡороуға рөхсәт биреү, шулай уҡ Өфөлә урынлашҡан дәүләт предприятиелары, учреждениелар, ойошмалар етәкселәре менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөү мәсьәләләрен хәл итеү.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса закон проектын алдағы ултырыштың көн тәртибенә индереү өсөн уны республика парламенты Президиумына йүнәлтергә ҡарар ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть