4 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2013 йыл, 10:55

Башҡортостанда шәхси медицина хеҙмәттәре сифатына күҙәтеү көсәйәсәк

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ултырышында «Башҡортостан Республикаһында шәхси медицина эшмәкәрлеге тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡынд» БР закон проекты тикшерелде. Закон ҡабул итеү федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле. Проект яңы редакцияла «шәхси медицина милке», «шәхси медицина эшмәкәрлеге субъекттары», «медицина ярҙамы», «медицина хеҙмәте», «пациент» төшөнсәләренә аңлатма биреүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ проект шәхси медицина эшмәкәрлеге принциптарын һәм бурыстарын, пациент хоҡуҡтарын, шәхси медицина эшмәкәрлеге субъекттары хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү төҙөү шарттарын билдәләгән айырым нормаларҙы үҙ эсенә ала.

Закон проекты шәхси медицина эшмәкәрлеге сифатына һәм хәүефһеҙлегенә контроллек итеү тураһындағы положениены асыҡларға тәҡдим итә.

Парламентарийҙар билдәләүенсә, республикала шәхси эшҡыуарҙар менән күрһәтелгән медицина хеҙмәттәре сифаты мәсьәләһе бөгөн киҫкен тора. Шуға күрә закондар сығарыу кимәлендә етди эш көтөлә. Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет рәйесе Альбина Буранғолова фекеренсә, тәҡдим ителгән закон сығарыу инициативаһы төбәктә шәхси медицина сифатын билдәләгән нормаларҙы формалаштырыуҙа тәүге аҙым булып тора.