5 декабрь, Дүшәмбе

14 февраль 2013 йыл, 10:20

Өфөлә «Мәрхәмәт» фонды балалар церебраль фалижы менән сирле пациенттар өсөн консультация ойошторҙо

автор: Ольга Мортазина

«Мәрхәмәт» фондында балалар церебраль фалижы менән сирле бәләкәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн консультациялар ойошторолдо. Улар Республика балалар клиник дауаханаһының алдынғы табиптары һәм Санкт-Петербургтан хирург-ортопед Владимир Кенис менән аралашты. Турнер исемендәге институттың бүлек етәксеһе өфөлөләрҙең дауалау методикаларына ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарына яуап бирҙе.

«Бөтә донъяла балалар церебраль фалижын дауалауҙың идеаль схемаһы, стандарттары юҡ. Үҙәк нервы системаһы патологияһын, сирҙең сәбәбе булған баш мейеһендәге үҙгәрештәрҙе дауалау өсөн медицина мөмкинлектәре бөгөн етерлек кимәлдә түгел. Сәбәпте дауалай алмағанға күрә, эҙемтәләр менән эшләргә мәжбүрбеҙ. Дауалау ысулдары төрлө булғанға күрә, балалар церебраль фалижы менән сирле сабыйҙарҙың ата-әсәләре йыш ҡына аптырап ҡала — төрлө табиптар төрлө рекомендациялар бирә. Бөгөнгө көндә дөйөм дауалау юҡ, табиптар айырым проблемаларҙы ғына дауалай. Шуға күрә, ниндәй дауалау ысулы иң яҡшыһы, ниндәй медицина учреждениеһында был сирҙе яҡшыраҡ дауалайҙар, тигән һорауҙарға бер төрлө генә яуап биреп булмай. Быларҙың барыһы ла пациенттың индивидуаль проблемаларынан тора», — тип аңлатты Владимир Кенис.

Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин ата-әсәләргә хәбәр итеүенсә, Өфөлә балалар церебраль фалижы менән сирле сабыйҙар өсөн реабилитация үҙәген асыу мәсьәләһе тикшерелә. Осрашыуҙан һуң Санкт-Петербург хирургы Өфөләге коллегалары – БР баш нейрохирургы Айрат Тимершин, Республика балалар клиник дауаханаһының бүлек мөдире Тимур Псәнчин, дауахананың табип-ортопеды Рөстәм Фәтхелисламов менән бәләкәй пациенттарға консультациялар бирҙе.

темалар: һаулыҡ һаҡлау