7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2013 йыл, 17:58

Республикала тулайым һауым 135 мең тоннаға яҡын тәшкил итте

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда тулайым һауым 2013 йыл башынан 134738 тонна тәшкил итте, шуларҙың 61626 тоннаһы төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында етештерелгән. Бында Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары, һәр ваҡыттағыса, алдынғылар рәтендә. Яңы йыл башынан алып уларҙа шул тәртиптә 4140 һәм 3571 тонна һөт һауып алынған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 9,7 килограмм һөт һауыла. 2012 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, был 300 грамға күберәк.

Бөгөнгө көндә иң күп һөттө (тәүлегенә 11-15 килограмм) Ауырғазы, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө һәм Саҡмағош райондарында һауалар. Ошо уҡ райондарҙа йыл башынан алып иң күп һөт һауып алынған (400-635 килограмм).

Шул уҡ ваҡытта Саҡмағош районы һауым буйынса лидер булып ҡала, район хужалыҡтарында һәр һыйырҙан уртаса 14,7 килограмм һөт һауып алалар.

2013 йыл башынан алып 57527 тонна һөт һатылған. Шуларҙың 54054 тоннаһы республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермер хужалыҡтарына тура килә.