10 декабрь, Шәмбе

13 февраль 2013 йыл, 16:24

Өфө бер нисә күрһәткес буйынса миллионлы ҡалалар араһында лидерҙар иҫәбенә инде

автор: Эльвира Латипова

2012 йыл йомғаҡтары буйынса Өфө демографик күрһәткестәр, сәнәғәт производствоһы индексы, уртаса айлыҡ эш хаҡы күләме, ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше буйынса миллионлы ҡалалар араһында лидерҙар иҫәбенә инде. Был хаҡта шаршамбы, 13 февралдә, Өфөлә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан баш ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә 2012 йылда 16314 сабый тыуған, 12499 кеше үлгән. Халыҡтың тәбиғи артыуы 3815 кеше тәшкил иткән.

Сәнәғәт производствоһы индексы дөйөм алғанда 103,6 процент тәшил иткән. Был хаҡта мэр урынбаҫары Альбина Йосопова хәбәр итте. Аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлеге, металл булмаған башҡа минераль продукттар етештереү, машиналар һәм ҡорамалдар эшләү, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм уларҙы бүлеү тармаҡтарынан тыш, барлыҡ тиерлек йүнәлештәрҙә сәнәғәт производствоһы индексы 100 проценттан юғарыраҡ булған.

Баш ҡала предприятиеларының ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 367 миллиард һум тәшкил икән.

Өфөлөләрҙең аҡсалата килеме лә артҡан.

— Ҡаланың ҙур һәм урта предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 13 проценттан ашыуыраҡҡа артып, 27,5 мең һум тәшкил итте, — тип хәбәр итте Ирек Ялалов.