10 декабрь, Шәмбе

13 февраль 2013 йыл, 15:55

Баш ҡалала сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары ҡатнашасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге 14 февралдә сираттағы вакансиялар йәрминкәһен ойоштора. Унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр күрһәткән һәм финанс эшмәкәрлек алып барған ойошмалар ҡатнашасаҡ.

«Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, иртәнге йәрминкәлә 30 эш тәҡдим итеүсе ҡатнашырға теләк белдергән.

Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Сара 10 сәғәттә башлана.

Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса үткәрелә.