4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2013 йыл, 15:41

Башҡортостан делегацияһы визит менән – Америка Ҡушма Штаттарында

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың рәсми делегацияһы визит менән Америка Ҡушма Штаттарына юлланды. Визит 16 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендәге делегация составында төбәктең Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, Трансорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты, Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре бар.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың парламентҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән инвесторҙар эҙләү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыу визиттың төп маҡсаты булып тора.

11 февралдә Техас университетында (Сан-Антонио ҡалаһы) инновацион сәнәғәт технологияларын үҫтереү, IT-парк булдырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Осрашыу барышында Башҡорт дәүләт университеты Әхәт Мостафин һәм Техас университеты хеҙмәттәшлек иткән махсус «StarTech» фонды президенты Джим Подж хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Визиттың икенсе көнөндә делегация ағзалары Даллас ҡалаһында урынлашҡан «Seaboard Asphalt Products Company» компанияһы заводында булды. 80 йыл дауамында уңышлы эшләп килгән был предприятие юл төҙөүҙең инновацион технологияларын әҙерләү буйынса махсуслашҡан. Компания вәкилдәре ҡатнашлығында 2012 йылдың көҙөндә Өфө ҡалаһының Октябрь районында яңы методика буйынса юл участогы төҙөлгәйне. Эксперттар фекеренсә, бындай түшәм Рәсәйҙең климат шарттарына тура килә һәм аҙ ҡатлы йорттар төҙөлгән биҫтәләрҙә ҡулланыу өсөн, ауыл юлдарын ремонтлау һәм төҙөү өсөн бик тә ҡулай. Компания Американың барлыҡ штаттары һәм тиҫтәләгән сит илдәр менән хеҙмәттәшлек итә.

13 февралдә компанияның Балтиморҙағы йәнә бер заводына барып, республикала берлектә призводство булдырыу мөмкинлектәрен тикшереү планлаштырыла. Шулай уҡ Пенсильвания штаты Сенатында Башҡортостандың презентацияһы үткәреләсәк.

Американың Сауҙа министрлығында – тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү, ә Бөтә донъя банкы офисында бер нисә инфраструктура проектын тәҡдим итеү планлаштырыла. Шулай уҡ сит илдең иҡтисад һәм ауыл хужалығы министрҙары урынбаҫарҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү ҡарала.

Визит программаһы бизнесмендарҙы һәм инвестицион структуралар вәкилдәрен сәнәғәт, ауыл хужалығы, юл һәм транспорт инфраструктураһы, ҡунаҡханалар бизнесы, торлаҡ төҙөлөшө өлкәләрендә берлектәге проекттарҙа ҡатнашыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.