Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң инвестиция проекттары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 11 мартҡа тиклем ҡабул ителә

Иҡтисад

Өфөнөң «Перспектива-2013» инвестицион идеялар һәм проекттар конкурсында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү 11 мартҡа тиклем оҙайтылды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс сиктәрендә Өфөлә йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡала иҡтисадына инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән инвестицион идеялар һәм проекттар ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта парктарҙы, скверҙары һәм аллеяларҙы төҙөкләндереү, территорияларҙы йәшелләндереү һәм Башҡортостан баш ҡалаһының тышҡы йөҙөн яңыртыу идея һәм проекттарҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып тора.

«Перспектива-2013» конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы идеяларға һәм проекттарға Өфө хакимиәте тарафынан потенциль инвесторҙар менән бәйләнеш булдырыуҙа булышлыҡ итеү йәһәтенән ярҙам күрһәтеләсәк.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Өфө хакимиәте сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть