3 декабрь, Шәмбе

13 февраль 2013 йыл, 13:00

Хәйбулла районында иң яҡшы йәш уҡытыусы билдәләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Хәйбулла районында тәүгә йәш уҡытыусылар араһында педагогик оҫталыҡ конкурсы үткәрелде. Бәйгенең финал туры Бүребай ауылы мәктәбендә үтте, унда һайлап алыу йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған биш йәш уҡытыусы ҡатнашты.

Финалистар төрлө конкурстарҙа көс һынашты. Һөҙөмтәлә Уфимский ауылы мәктәбенең информатика уҡытыусыһы Зилә Ғәниева еңеүсе булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Альбина Вирясова, Мәмбәт ауылы мәктәбенән башланғыс кластар уҡытыусыһы Альбина Харисова, Бүребай ауылы мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Мансурова һәм Әбүбәкер ауылы мәктәбенән шулай уҡ инглиз теле уҡытыусыһы Сулпан Ишемова конкурс призерҙары булды.

Бәйгелә еңеүсе һәм призерҙар Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге дипломдары һәм аҡсалата премиялар менән наградланды.