Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Төбәк йәмәғәт контроле үҙәге булдырылды

Сәйәсәт

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле үҙәге булдырылды. Был РФ Президентының 2012 йылдың 7 майындағы Указына ярашлы булдырылған «ЖКХ контроль» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә милли йәмәғәт контроле үҙәге»нең төбәк бүлексәһе булып тора. Рәсәй үҙәген РФ Йәмәғәт палатаһының Урындағы үҙидара һәм торлаҡ-коммуналь сәйәсәт буйынса комиссияһы рәйесе Светлана Разворотнева етәкләне. Башҡортостан төбәк үҙәге етәксеһе һәм РФ Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәмәғәт контроле буйынса эш төркөмө ағзаһы итеп «БР Йорт комитеттары союзы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Арсен Нурйәнов һайланды.

— Ил башлығының был инициативаһы арҡаһында йәмәғәт ойошмалары хәҙер идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенә, шулай уҡ үҙҙәренең төбәктәрендә тарифтар сәйәсәтенә контроллек итә ала, — тине Арсен Нурйәнов. – Владимир Путин граждандарға торлаҡ хужалары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге ойошмалар араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләү хоҡуғын бирҙе, тиһәк тә була.

Төбәк үҙәктәре торлаҡ хужаларының хоҡуҡтарын яҡларға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә бурыслы. Һәр төбәк үҙәгенең үҙенең интернет-ҡабул итеү бүлмәһе буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть