8 декабрь, Кесе йома

13 февраль 2013 йыл, 11:51

Өфөлә Федор Шаляпиндың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы саралар үткәрелә

автор: «Башинформ»

Бөгөн Өфөлә Федор Шаляпиндың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы саралар үткәрелә. Уларҙы ойоштороусылар булып РФ һәм БР Мәҙәниәт министрлыҡтары, Халыҡ-ара Шаляпин үҙәгенең Өфөләге бүлексәһе сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам сараларында РФ Мәҙәниәт министрлығы, М.И.Глинка исемендәге Бөтә Рәсәй музыка мәҙәниәте музейы, А.А.Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы, Халыҡ-ара Шаляпин үҙәге (Мәскәү), И.Архипова исемендәге фонд вәкилдәре ҡатнаша.

Саралар мемориаль таҡтаташҡа һәм һәйкәлгә сәскәләр һалыуҙан башлана, бынан һуң Ф.И.Шаляпин исемендәге Концерт залында артистың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған сараларҙы асыу тантанаһы үтә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй залында артист тураһында «Рәсәй бик һирәк төшөмә инә» («Россия мне снится редко») фильмы күрһәтеләсәк. Режиссеры – Вера Федорченко.

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Федор Шаляпинға арналған күргәҙмә асыласаҡ.

Саралар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.