Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарға субсидия бирелә башланы

Иҡтисад

Башҡортостанда 2012 йылда ҡоролоҡтан зыян күргән аграрийҙарға субсидия бирелә башланы. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге аҙна аҙағынаса субсидияларҙы тулыһынса түләп бөтөрөү планлаштырыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы ҡоролоҡтан зыян күргән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә ярҙам итеү өсөн субсидия биреүгә федераль бюджеттан 495 миллион һум күләмендә аҡса алған илдең 20 төбәге иҫәбенә инде. Уларҙың яҡынса 322 миллион һумы — аномаль һауа шарттары арҡаһында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуынан күрелгән зыяндың бер өлөшөн ҡаплауға, 173 миллион һумдан ашыуы мал аҙығына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға йүнәлтелгән.

2012 йылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә республиканың агросәнәғәт комплексы ҙур зыян күрҙе, зыяндың дөйөм суммаһы 5,5 миллиард һум күләмендә билдәләнде. Ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимы 46 районда һәм өс ҡала округында индерелде. Аномаль эҫе һауа торошо арҡаһында сәсеүлектәрҙең биштән бер өлөшө һәләк булды. Айырыуса ауыр хәл республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә, шулай уҡ Ишембай, Ғафури һәм Ҡариҙел райондарында күҙәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть