4 декабрь, Йәкшәмбе

13 февраль 2013 йыл, 10:18

БР Социаль маҡсатлы программалар фондының Попечителлек советы составы раҫланды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Социаль маҡсатлы программалар фондының Попечителлек советының яңы составы менән 12 февралдә Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов таныштырҙы. Уның составына Марат Мирғәзәмов, Шамил Әбдерәшитов, Миңлерәйес Усманов инде.

— Был республиканың абруйлы кешеләре. Улар Фондҡа йүнәлтелгән бюджеттан тыш средстволарҙы тигеҙ бүлеүҙе тәьмин итәсәк, — тип билдәләне Владимир Балабанов.

Социаль маҡсатлы программалар фонды 2009 йылда булдырылды, әммә 2009-2012 йылдарҙа ул тейешле кимәлдә эшләмәне, тип билдәләне ул. Фонд Советы ла бөгөнгө көндән яңыртылған составта эшләй башлаясаҡ. Уның етәксеһе итеп Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе тәғәйенләнде.

— Совет әүҙем эшләйәсәк, айына бер тапҡыр йыйылып, средстволарҙы бүлеү мәсьәләһен хәл итәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Владимир Балабанов хәбәр итеүенсә, Фонд эшмәкәрлеге төбәктә социаль сығымдарҙың артыуына бәйле.

— Республика бюджетының ярайһы уҡ ҙур булыуына ҡарамаҫтан, сығымдар өлөшөндә социаль өлкәгә бүленгән средстволар күләме арта бара. РФ Президентының үткән йылдың 7 майындағы Указдарын үтәү тәү сиратта мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы күҙ уңында тота. 2018 йылға тиклем быны бер-бер артлы үтәйәсәкбеҙ. Шуға күрә бюджеттан тыш средстволар йәлеп итеү зарур, — тип билдәләне Президент Хакимиәте башлығы.

Владимир Балабанов билдәләүенсә, Башҡортостандың социаль маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыуға средстволар бүлеү йәһәтенән ҡайһы бер компаниялар менән килешеүҙәр төҙөлгән. Улар араһында — «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы, Урал тау-металлургия компанияһы, «ИНТЕР РАО ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Сибур» компанияһы.

— Әгәр бығаса төп иғтибар социаль объекттар, мәктәптәр, дауаханалар, спорт биналарын төҙөүгә йүнәлтелһә, хәҙер иһә халыҡтың көндәлек ихтыяждарына төп баҫым яһаласаҡ, — тип һөйләне журналистарға Башҡортостан Президенты советнигы Геннадий Букаев.

Уның һүҙҙәренсә, Фонд муниципаль кимәлдә булдырылған район һәм ҡалаларҙың шундай уҡ фондтарына ярҙам итәсәк. Улар урындағы халыҡ мәнфәғәттәренән сығып ҡушып финанслау шарттарында эшләйәсәк.