10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2013 йыл, 18:12

Сибайҙа Урал аръяғының тәбиғәтенә арналған фотокүргәҙмә асылды

автор: Галина Бахшиева | фото: Владимир Рысин

Сибайҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Владимир Рысиндың «Матурлыҡты аңлау донъяны ҡотҡарыр» исемле тәүге күргәҙмәһе асылды. Йәштәрҙең ял итеү үҙәгендә урынлашҡан күргәҙмәлә 50 ижади эш тәҡдим ителә.

Барлыҡ эштәр Урал аръяғының матур тәбиғәтенә арналған. «Күк йөҙө», «Тауҙар», «Ҡыш», «Йәшәргә теләк», «Образдар», «Сәскәләр» — экспонаттар тематикаһы төрлө.

— Экология тәү сиратта һәр кемдең үҙенән, уның аңынан башлана. Республикала йәшәгән һәр кеше тыуған еребеҙҙең матурлығын күрә, иң мөһиме, аңлай белергә тейеш. Йыш ҡына был матурлыҡты күрәбеҙ, әммә уны һаҡлап ҡалыу өсөн аныҡ эштәр башҡармайбыҙ, — тип билдәләй экспонент, Сибай ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры Владимир Рысин.

«Матурлыҡты аңлау донъяны ҡотҡарыр» күргәҙмәһе 22 февралгә тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр иттеләр БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.