10 декабрь, Шәмбе

12 февраль 2013 йыл, 16:51

Башҡортостан уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса Рәсәйҙә икенсе урында тора

автор: Галина Бахшиева

2012 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын арттырыу буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Бындай мәғлүмәт РФ Хөкүмәтенең рәсми порталында урынлаштырылған.

Уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы түләү буйынса бурыстарын тулыһынса үтәгән тәүге биш төбәк иҫәбенә Төмән өлкәһе (240%), Башҡортостан Республикаһы (135%), Курск өлкәһе (129%), Мордовия Республикаһы (117%), Мәскәү (117%) инә. Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы кимәлен арттырыу буйынса бурыстар Рәсәйҙең 24 субъектында тулыһынса үтәлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Дөйөм алғанда ил буйынса 2012 йылдың декабрендә дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡы 31,2 мең һум тәшкил иткән. Был 2012 йылдың ғинуары өсөн түләнгән эш хаҡынан (16,4 мең һум) ике тапҡырға күберәк һәм 2012 йылдың ноябре өсөн түләнгән уртаса эш хаҡынан (24,5 мең һум) 27 процентҡа юғарыраҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың май айында РФ Президенты «Дәүләт социаль программаһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында»ғы указға ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2012 йылда төбәктә иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә тиклем еткерелергә тейеш. Уҡытыусыларҙан тыш, хеҙмәт хаҡын арттырыу башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә лә ҡағыла (тәрбиәселәр, тьюторҙар, социаль педагогтар, педагог-дефектологтар).

Проект сиктәрендә төбәктәрҙең бурыстары уҡытыусыларҙың 2012 йылдың дүртенсе кварталы өсөн уртаса хеҙмәт хаҡын үткән йылда иҡтисад буйынса уртаса эш хаҡы кимәленә тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса, был күрһәткескә илдең 82 төбәгендә өлгәшелгән.