9 декабрь, Йома

12 февраль 2013 йыл, 16:04

Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 2,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

автор: Арина Рәхимҡолова

2011-2012 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә 2,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Әлфиә Афзалетдинова хәбәр итте.

Медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға 700 миллион һум аҡса бүленгән. Баш ҡала дауаханалары һәм поликлиникалары өсөн 1627 берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған.

Мәғлүмәт системаһын үҫтереү йәһәтенән дә күп эштәр башҡарылған. Был маҡсаттарға 116 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Программа сиктәрендә шулай уҡ яңы махсуслашҡан үҙәктәр асылған. Яҡын арала 3-сө һәм 13-сө дауаханаларҙың травматология үҙәктәре эшләй башлаясаҡ. Шулай уҡ оҙаҡламай 13-сө дауахананың ҡан тамыры бүлеге пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Әлеге дауахананың  онколгия үҙәге, 3-сө һәм 4-се бала табыу йорттарының экстремаль түбән тән ауырлығы менән тыуған балаларҙы ҡарап үҫтереү бүлектәре эшмәкәрлеге ойошторолған.

Әлфиә Афзалетдинова хәбәр итеүенсә, Программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфө дауалау учреждениеларының йыһазландырылыу кимәле яҡшырған. Шулай уҡ эшкә яраҡлы йәштәгеләр араһында үлем осраҡтары, ауырыуҙар һаны, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осраҡтары, инвалидлыҡҡа тәүләп сыҡҡандар һаны кәмегән.