6 декабрь, Шишәмбе

12 февраль 2013 йыл, 14:32

2013 йылда Өфөлә тәүге электробустар йөрөй башлаясаҡ

автор: Галина Бахшиева

2013 йылда Өфөнөң электр транспортын яңыртыу дауам итәсәк. 12 февралдә үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итеүенсә, быйыл бөтә кимәлдәге бюджеттар иҫәбенә 100-шәр трамвай һәм троллейбус, шулай уҡ 20 электробус һатып алыу планлаштырыла.

Владимир Дмитрюк һүҙҙәренсә, 2012 йылда дүрт заманса трамвай һәм биш троллейбус һатып алынған. Элекке транспорт менән сағыштырғанда, яңылары электр энергияһын 40 процентҡа әҙерәк ҡуллана.

— Был йүнәлештәге эш Өфөлә артабан да дауам ителәсәк. Ғәмәлдәге электр транспорты паркы күптән иҫкергән. Пассажирҙар, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы булған заманса транспорт һатып алыу мотлаҡ, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.