4 декабрь, Йәкшәмбе

12 февраль 2013 йыл, 14:14

Рәсәйҙә һәләтле балалар өсөн экология буйынса конкурс иғлан ителде

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙә «Һәләтле балалар» халыҡ-ара форумында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә. Сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә.

Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы шәхесте үҫтереү программаһына йәлеп итеү, йәш таланттарға ярҙам итеү форумдың төп маҡсаты булып тора. Уны ойоштороусылар булып «Һәләтле балалар -  Рәсәй киләсәге» йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.

«GreenPress» мәғлүмәт агентлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, форум программаһы 20 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Номинациялар араһында — «Йәш экологтар союзы», «Йәш журналистар союзы», «Йәш тарихсылар клубы», «Режиссерлыҡ һәм операторлыҡ оҫталығы» һәм башҡалар. Йүнәлештәрҙең береһе буйынса форумда ҡатнашыусылар эссе яҙырға, реферат әҙерләргә, плакат төшөрөргә йәки театраль-музыкаль композиция менән сығыш яһарға тейеш. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ сығыштар һәм әҫәрҙәр тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына бәйле булырға тейеш.

Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән мәктәп, гимназия, лицей, колледж, ижад йорто, сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша ала.

Ижади эштәр һәм форумда ҡатнашыуға заявкалар 2013 йылдың 10 мартына тиклем ҡабул ителә. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы Мәскәүҙә 18 майҙа үтә. Иң яҡшы эштәр авторҙары Рәсәй Президенты премияһына һәм «Йәш таланттар» орденына тәҡдим ителсәк, шулай уҡ «Орленок» балалар лагерына путевкалар менән бүләкләнәсәк.