Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың иң яҡшы «йорт тренерҙары» наградаларға лайыҡ булды

Йәмғиәт

«Йорт тренеры» проекты сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе Кубогына грек-рим көрәше буйынса ярыштар үтте. Шәхси-команда иҫәбендә ярыштарҙа 2000-2001 йылғы үҫмерҙәр көс һынашты.

Проекттың Башҡортостандағы координаторы, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса 14 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин Бөтә Рәсәй «Йорт тренеры» проекты координаторы, фигуралы шыуыу буйынса өс тапҡыр Олимпия чемпионы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднинаның сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

Тантаналы рәүештә Бөтә Рәсәй «Йорт тренеры» проектының Башҡортостан Республикаһы буйынса еңеүселәре тәбрикләнде. Улар – классик көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Иван Мишалевский, Айрат Әҙеһәмов, Сергей Саломасов, Рәсәйҙең спорт мастеры Дмитрий Франк, Алексей Зиманов, Владимир Бикбаев һәм Геннадий Сырцев.

Алтын кубокка Октябрьский ҡалаһының көрәшселәр йыйылма командаһы эйә булды. Икенсе урынды Өфөнөң олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы яулаһа, Нефтекама көрәшселәре өсөнсө булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть