Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Мәләүез районында ауылдар төҙөкләндерелә

Сәйәсәт

Мәләүез районы ауылдарында Хакимиәт көндәре башланды. Район хакимиәте вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары, Пенсия фонды һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы, Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлексәһе етәкселәре һәм белгестәре, район Советы депутаттары, хужалыҡ етәкселәре халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә.

Тәү сиратта ауыл халҡы юлдарҙы төҙөкләндереү, мәктәптәрҙе яңыртыу, урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итә.

— Район хакимиәте ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, — тип билдәләне хакимиәт башлығы Малик Вәхитов. – Иң мөһиме, халыҡ өсөн эшләү һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү. Был маҡсатҡа Хакимиәт көндәре генә түгел, ә ҡала һәм район хеҙмәттәренең көндәлек эшмәкәрлеге йүнәлтелгән.

Ай аҙағынаса хакимиәттең мобиль төркөмдәре Мәләүез районының барлыҡ 94 ауылы халҡы менән осрашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть