Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә участка һайлау комиссияларын формалаштырыу мартта тамамланасаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостанда һайлау комиссиялары составына кандидаттарҙың документтарын теркәү буйынса әүҙем эш алып барыла. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев территориаль һайлау комиссиялары етәкселәренә участка һайлау комиссияларын һәм уларҙың резервтарын формалаштырыу буйынса хәлгә анализ яһау үтенсе менән мөрәжәғәт итте.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесендә үткән оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы һәм районының территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре сығыш яһаны. Сара биш йылға участка һайлау комиссияларын һәм уларҙың резервтарын фомалаштырыу мәсьәләләренә арналды.

Бөгөнгө көндә сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренән, йәмәғәт ойошмаларынан, урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарынан, һайлаусылар йыйылыштарынан участка комиссиялары составына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә. Участка һайлау комиссияларын формалаштырыу буйынса эш мартта тамамланасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть