Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Алмас» халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Беренсе «Алмас» халыҡ-ара көнсығыш бейеүҙәре фестивале 15-17 февралдә Өфөлә үтә.

Сарала Рәсәйҙең 35 ҡалаһынан, шулай уҡ БДБ илдәренән йәмғеһе 200 бейеүсенең ҡатнашыуы көтөлә. Ҡатнашыусылар араһында ике ир кеше лә бар. Бейеү сәнғәте оҫталарының ижадына баһа биреү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Мысырҙан билдәле бейеүсе Ранда Камел киләсәк.

— Киевта халыҡ-ара бейеү фестивалдәре йылына бер нисә тапҡыр үткәрелә. Бейеүселәрҙең һәм педагогтарҙың оҫталыҡ кимәлен күтәреү уларҙың төп маҡсаты булып тора, — тип билдәләне «Алмас» фестивален ойоштороусы Яна Ғилметдинова.

15 һәм 17 февралдә фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә 16 февралдә концерт һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.

Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында үтә. Инеү бушлай. Тулыраҡ мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтында урынлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть