6 декабрь, Шишәмбе

11 февраль 2013 йыл, 17:50

Краснокама районында ике бала баҡсаһы асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Краснокама районында ике бала баҡсаһы асылды. Николо-Березевка ауылында 110 урынға иҫәпләнгән «Ҡояшҡай» исемле яңы бала баҡсаһы төҙөлһә, Ҡарый ауылында 35 урынлыҡ «Торнаҡай» бала баҡсаһы реконструкцияланған.

Мәктәпкәсә белем биреү учрежениеларын асыу тантанһында район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин үткәрелгән сараларҙың райондың ҙур ауылдарында бала баҡсалыранда урындар етешмәү мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәгенә ышанысын белдерҙе.

«Ҡояшҡай» бала баҡсаһын төҙөү «Башҡортостан Республикаһында мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» респубика маҡсатлы программаһына индерелгәйне. Республика етәкселеге был маҡсаттарға районға 70 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Төҙөлөштө ваҡытында финанслау, төҙөүселәр һәм подрядсыларҙың намыҫлы эшләүе арҡаһында, шулай уҡ район предприятиелары һәм учреждениелары коллективтары, хакимиәт бүлектәре ярҙамында объект билдәләнгән ваҡыт эсендә һәм сифатлы төҙөлгән.

Бала баҡсаһы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән. Мөдир Гөлнара Выгузова етәкселеге аҫтында бында 40-тан ашыу тәжрибәле педагог эшләйәсәк. Учреждение матди-техник йәһәттән дә юғары кимәлдә йыһазландырылған: уңайлы мебель, заманса уйындар, техника һатып алынған. Бинала райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында тәүге компьютер класы асылған. Спорт залы заманса инвентарь менән йыһазландырылған. Саф һауала дәрестәр үткәрү өсөн шулай уҡ бала баҡсаһы биләмәһе төҙөкләндерелгән.