10 декабрь, Шәмбе

11 февраль 2013 йыл, 16:07

Баш ҡалала Роман Виктюк театрының гастролдәре ҙур уңыш менән үтте

автор: Алик Шакиров

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында Роман Виктюк театрының гастролдәре тамамланды. Мәскәүҙән килгән артистар тамашасыға Эрик-Эммануэль Шмиттың «Дон Жуандың һуңғы һөйөүе» («Последняя любовь Дон Жуана»), Азат Абдуллиндың «Сит яҡтағы баҡса» («Нездешний сад») спектаклдәрен һәм Михаил Кузминдың «Итекле бесәй» («Кот в сапогах») әкиәтен тәҡдим итте.

Өфөлөләр өсөн күренекле яҡташыбыҙ, донъя кимәлендә танылыу яулаған бейеүсе Рудоль Нуриев тураһындағы спектакль айырыуса көтөп алынған ваҡиға булды. Уның исеме балет тарихында үҙенсәлекле символға әүерелде. Ҡасандыр Роман Виктюк Рудольф Нуриевҡа уның тураһында спектакль ҡуйырға һүҙ бирә. Режиссер драматург Азат Абдуллиндың «Сит яҡтағы баҡса» пьесаһына мөрәжәғәт итеп, вәғәҙәһендә тора.

Бөйөк Рудоль Нуриев тураһындағы пьеса сюжетына таянып, режиссер бейеүсенең яҙмышы, уның йәмғиәт һәм үҙе менән ҡатмарлы һәм ауыр мөнәсәбәттәре тураһында спектакль ҡуя. Бейеүсенең әсәһе менән һөйләшеүе, балет труппаһы һәм танылған Марго Фонтейн менән осрашыуы, спектаклдән һуң эмоциональ бушлыҡ кисереүе, яңғыҙлыҡты тойоуы, күңеле тартҡан кешеһен эҙләп һыҙланыуҙары – быларҙың барыһы ла пьесала сағылыш таба.

Әйткәндәй, Роман Виктюктың әлеге спектакле – һуңғы 20 йылда баш ҡала режиссеры милли драматург ижадына мөрәжәғәт иткән тәүге осраҡ. Мостай Кәрим, Флорид Бүләков менән бергә Азат Абдуллин республиканан ситтә танылыу яулаған берҙән-бер башҡорт драматургтары булып тора.

Спектакль ҙур аншлаг менән үтте. Сараға пьеса авторының яҡташтары, туғандары һәм дуҫтары килде. Спектакль һуңынан Азат Абдуллин яҡташтарына, театр артистарына, айырыуса төп ролде башҡарыусы Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Бозинға рәхмәтен белдерҙе.