Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

«Науруз гүзәле» йәнә Башҡортостан һылыуҡайҙарын йыясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда татар һылыуҡайҙары араһында йәнә «Науруз гүзәле-2013» конкурсы үтәсәк. Төрки телле халыҡтарҙың матур йолаға әүерелгән был бәйгеһе йәштәрҙең иғтибарын милли мәҙәниәт сығанаҡтарына йүнәлтеү, туған телгә һөйөү тәрбиәләү, йәштәрҙең ялын ойоштороу, рухи донъяһын байытыу маҡсатында үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, беренсе тур 13 февралдә – Стәрлетамаҡта, 16 февралдә – Дүртөйлөлә, 20 февралдә – Туймазыла, 27 февралдә Үрге Ҡыйғыла үтә. Икенсе һайлап алыу туры 2 мартта Өфөлә үтә. Бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырасаҡ, ижади номерҙар менән сығыш яһаясаҡ.

Конкурс финалы 21 мартта Өфө «Нур» татар дәүләт театрында үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть