11 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2013 йыл, 12:08

Өфөлөләр Афғанстанда һәләк булған яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң Еңеү паркында «Ҡайғырыусы әсә» мемориалына сәскәләр һалыу тантанаһы үтте, сара совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 24 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.

Сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр ҡатнашы, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев һәм ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Башҡортостандың күп милләтле халҡы һәм Өфө граждандары исеменән мемориалға сәскәләр һалды.

Афғанстанда совет ғәскәрҙәре составында Башҡортостандан 9,5 меңдән ашыу кеше һуғышған, уларҙың күпселеге орден һәм миҙалдар менән наградланған. Башҡортостандан 340-тан ашыу яугир-интернационалист яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған. Дөйөм алғанда, Афғанстанда беҙҙең ил 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалтҡан.