Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары профилле комитеттарҙа эшләй

Сәйәсәт

Был аҙнала Башҡортостан парламентарийҙары профилле комитеттар ултырыштарын үткәрә. 12 февралдә республика парламентының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитеты (14.30 сәғәттә) һәм Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты (16.00) ултырыштары үтә.

13 февралдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың өс комитеты ултырыш үткәрә: 10 сәғәттә – Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет; 11.30 сәғәттә – Сәнәғәт, транспорт, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет; 14.30 сәғәттә – Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет.

14 февралдә 10 сәғәттә Бюджет, финанстар, һалымдар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үтә, 15 сәғәттә Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет ағзалары ултырыш үткәрә.

Республика парламенты Президиумы ултырышы 15 февралгә планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть