Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

Йәмғиәт

Башҡортостанда журналистар өсөн эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау темаһын һәм республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде.

Бәйгелә федераль киң мәғлүмәт сараларының төбәк сығарылыштары, республика, ҡала, район һәм берләштерелгән гәзит-журналдар редакциялары, телевидение, радио, электрон киң мәғлүмәт сараларының ижади коллективтары һәм был редакцияларҙың айырым аворҙары ҡатнаша ала.

Еңеүселәр жюри ағзаларының асыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә «Баҫма киң мәғлүмәт саралары» һәм «Электрон киң мәғлүмәт саралары» категорияларында дүрт номинацияла билдәләнәсәк.

Конкурсҡа эштәр Башҡортостан халыҡтары телдәрендә ҡабул ителә (рус теленә тәржемәнең булыуы мотлаҡ).

Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппараттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйгегә 2012 йылдың 1 ноябренән 2013 йылдың 30 апреленә тиклем донъя күргән материалдар ҡабул ителә. Эштәр һаны сикләнмәй.

Конкурста еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы Рәсәй эшҡыуарҙары көнөнә ҡарата ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть