Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә II «Ферин уҡыуҙары» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте

Йәмғиәт

Өфөлә М.А.Ферин иҫтәлегенә арналған II «Ферин уҡыуҙары» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ғилми эшмәкәрлек менән ҡыҙыҡһынған һәм үҙҙәренең авторлыҡ эшләнмәләрен тәҡдим иткән һәләтле балаларҙы ҡеүәтләү форумдың төп маҡсаты булып тора. Конференцияла 150 доклад тәҡдим ителде. Уларҙың авторҙары булып мәтәп, гимназия, лицей уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, академия фәне һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны. Онлайн режимда конференцияла шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан уҡыусылар һәм педагогтар ҡатнашты.

Сара сиктәрендә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары өсөн «Белем биреү методикаһының һәм уҡыусыларҙың кластан тыш эшмәкәрлеген ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләре» семинары ойошторолдо.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн М.А.Ферин музейына, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте музейына, предприятиеның етештереү майҙансыҡтарына экскурсиялар ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть