Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урында килә

Йәмғиәт

Башҡортостан менән Татарстан тыуым кимәле буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урында тора: 2012 йылда ике республикала бер мең кешегә 14,5 яңы тыуған сабый тура килгән, тип хәбәр итә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат).

Удмуртия Республикаһы (15,2), Пермь крайы (14,8) һәм Ырымбур өлкәһе (14,7) – округта лидерҙар иҫәбендә.

Үлем кимәле буйынса Башҡортостан өсөнсө урында килә: бер мең кешегә 13,1. Удмуртия Республикаһында һәм Татарстанда был күрһәткестәр түбәнерәк: шул тәртиптә 12,8 һәм 12,2.

Дөйөм алғанда илдә 2012 йылда статистиктар үлемдең тыуымдан 0,1 процентҡа күберәк булыуын теркәгән. Халыҡтың тәбиғи артыуы Рәсәйҙең 39 субъектында күҙәтелгән (статистиктар башҡа субъекттар составына ингән автономиялы округтарҙы ла һанаған).

Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи артыуы ете төбәктә күҙәтелгән. Иң юғары күрһәткес – Татарстанда: 9023 кеше. Артабан Башҡортостан (5617), Удмуртия Республикаһы (3718), Пермь крайы (1569), Ырымбур өлкәһе (1511), Сыуашстан Республикаһы (849) һәм Мари Иле (397) килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть