6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2013 йыл, 16:16

Өфө йәштәренә ике меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителде

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә үткән күп профилле вакансиялар йәрминкәһендә предприятие һәм ойошмалар йәштәргә ике меңдән ашыу буш эш урыны тәҡдим итте. Йәштәр өсөн үткәрелгән быйылғы йылдың тәүге вакансиялар йәрминкәһендә дөйөм алғанда 53 эш тәҡдим итеүсе ҡатнашты.

Сараға килгән 600 кеше араһынан яҡынса яртыһы эш тәҡдим итеүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 200-гә яҡын кеше эшкә урынлашыуға йүнәлтмә алды.

— Йәрминкәлә программист, экономист, юрист, финанс консультант, бухгалтер, табип, хәбәрсе, промоутер, диспетчер, администратор, страковкалау һәм реклама агенттары вакансиялары тәҡим ителде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең эш тәҡдим итеүселәр һәм халыҡ менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Йәштәр өсөн киләһе күп профилле вакансиялар йәрминкәһе Башҡортостан баш ҡалаһында 7 мартта үтә.