Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала йәш ғалимдар БР Хөкүмәте гранттарына лайыҡ булды

Йәмғиәт

Йәш ғалимдарҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранттары менән наградлау тантанаһы 8 февралдә республика йортонда үтте.

— Йәмғиәт тормошонда фәндең роле баһалап бөткөһөҙ, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, йәш ғалимдарҙы сәләмләп. – Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, Башҡортостанда «аҡыллы йәмғиәт» булдырыу стратегик бурыстарҙың береһе булып тора. Фәнгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү илдең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ҡала.

Һуңғы йылдарҙа ғилми-техник хеҙмәттәр күләме дүрт тапҡырҙан ашыуыраҡҡа артты. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда өс меңдән ашыу кеше фән өлкәһендә мәшғүл, уларҙың 250-һе – йәш ғалимдар.

БР Хөкүмәте гранттарына йәмғеһе 30 кеше лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин һүҙҙәренсә, Башҡортостан ғалимдарының эштәре Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъя кимәлендә лә танылыу яулай.

— Әлеге ваҡытта Башҡортостанда фәнде үҫтереү мөмкинлектәренә ҙур иғтибар бүленә, — тип билдәләне Рәмил Бәхтизин. – Беҙгә яңы ғалимдар быуынын тәрбиәләргә кәрәк. Йәштәр һәм балалар менән эшләй башланыҡ – билдәле булыуынса, шәхес, интеллект 14 йәшкә тиклем формалаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть