9 декабрь, Йома

08 февраль 2013 йыл, 14:31

Башҡортостан социаль хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу буйынса «юл картаһы» проектын тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына республика халҡын социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу буйынса «юл картаһы» проектын тәҡдим итте. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Элвира Кожаева хәбәр итеүенсә, «юл картаһы» 2018 йылға тиклем  иҫәпләнгән.

Саралар планы халыҡты социаль яҡлау өлкәһендәге хәлгә анализ яһауҙы, был өлкәлә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закондарҙы камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Бынан тыш, документ ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе һәм социаль хеҙмәтләндереү эшмәкәрлеген камиллаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы координациялауҙы тәьмин итәсәк, социаль хеҙмәттәр алыуға сиратты кәметәсәк һәм уларҙың сифатын яҡшыртасаҡ.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә кадрҙар потенциалы һаҡланып ҡаласаҡ, социаль хеҙмәткәр һөнәренең абруйы артасаҡ, был өлкәлә хеҙмәт мөнәсәбәттәре системаһы яҡшырасаҡ. Планға ярашлы, шулай уҡ 2013-2018 йылдарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, табиптарҙың, урта һәм кесе медицина персоналының, педагогтарҙың эш хаҡын арттырыу ҡарала.