Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Роберт Юлдашев Русский утрауында сығыш яһаны

Йәмғиәт

Танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө Азия-Тымыҡ океан парламент форумының 21-се сессияһы сиктәрендә Руский утрауында Владивостокта сығыш яһаны, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына музыканттың матбуғат секретары Анастасия Новодержкина.

Башҡортостан музыканттары тамашасыларға башҡорт фольклоры мотивтарына таянып ижад ителгән «Торна» риүәйәтен тәҡдим итте. Шулай уҡ улар «Терем-квартет» рус халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле, «Якутия виртуоздары» скрипкасылар ансамбле һәм «Хуун-Хуур-Ту» төркөмө менән бергә сығыш яһаны.

Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң алдағы концерты 25 февралдә Тольяттила үтә, ә 25 мартта Өфөлә музыкант яңы программаһын тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть